Хәүефһеҙлек
28 Июль 2024, 05:00

Ташҡын ике ҡатлы йортто алып киткән

Был ваҡытта өйҙә әсә һәм ике бала булған...

Ташҡын ике ҡатлы йортто алып киткәнТашҡын ике ҡатлы йортто алып киткән
Ташҡын ике ҡатлы йортто алып киткән

Силәбе өлкәһендә дамба йырылыуы арҡаһында күп халыҡ зыян күрә. Шуларҙың береһе –Киолим ауылында йәшәгән ғаилә. Уларҙың ике ҡатлы йортон ташҡын 500 метрға ағыҙып алып киткән тип хәбәр итә, РИА Новости.

Ғаилә башлығы һүҙҙәренсә, һыу кимәле шул хәтлем көслө булған, хатта ауылда машиналар “йөҙгән”... Әгәр урман һыҙатына барып төртөлмәһә, йорт тағы ла алыҫҡараҡ ағып китер ине, ти хужа кеше. Күп тә үтмәй ғаиләне ҡотҡарыусылар эвакуациялаған. Өй емерелмәгән, әммә эсендәге көнкүреш техникаһы эшлектән сыҡҡан.

Фото: МЧС.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас