Учалы кешеһе танышының ғүмерен ҡыйыуҙа ғәйепләнә. Был хаҡта Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итә.
Быйыл 8 июлдә хоҡуҡ һаҡлау органдарына бер нисә көн дауамында өйҙә күренмәгән 38 йәшлек әхирәтенең хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ғариза менән бер ҡатын мөрәжәғәт итә. Уны эҙләү башлана.
Асыҡланыуынса, һуңғы ваҡытта ул бер ир-егет менән йыш ҡына эскән. Әммә был ир ҡатындың юғалыуына ҡатнашлығын инҡар итә, ләкин күп тә үтмәй уларҙың урманда бергә булыуҙары, унда әрләшеүҙәре, һуңынан ҡайтып китеүе тураһында һөйләй. Тәртип һаҡсыларының урынға барырға тәҡдим итеүенә ризалашҡан.
Артабан ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныуын белдерә һәм ҡатындың кәүҙәһен ҡайҙа йәшергәнен күрһәтә.
Баҡһаң, енәйәт 2 июлдә үк була. Ғәйепләнеүсе урманда танышына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскән, һуңынан кәүҙәһен ҡыуаҡ араһына йәшергән дә ҡасҡан.
Ҡатындың кәүҙәһе һәм бысаҡ табылған. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынды.
Фото: Телеграм.