Башҡортостан райондарында күпләп яуым-төшөм арҡаһында һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөү бара. Был эш барышын республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә тикшерҙеләр.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, 15 июлдән 28-енә тиклем ике айлыҡ яуым-төшөм нормаһы яуған. Был осорҙа 12 муниципалитеттан 112 системаһына көслө ямғырҙар менән бәйле һыу баҫыу тураһында 158 хәбәр килгән. 19 шәхси йортто, 240 йорт яны биләмәһен, бер баҡса участкаһын, 10 автомобиль юлы участкаһын, һигеҙ тәпәш күперҙе һыу баҫҡан. Шулай уҡ дамбаларҙың ике тапҡыр ашыуы теркәлгән.
Иң ҡатмарлы хәл Әбйәлил, Белорет һәм Учалы райондарында күҙәтелә. Ошо муниципалитет башлыҡтары видеобәйләнеш режимында урындарҙа уҙғарылған саралар хаҡында һөйләне.
Ямғыр һыуы ташыуы һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр юҡ, тип билдәләне Кирилл Первов. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы муниципалитет хакимиәттәре менән берлектә 96 кешене эвакуациялаған, шул иҫәптән 29 баланы. Уларҙың бөтәһе лә туғандарында йәшәп торорға ҡарар иткән.
Халыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының 73 хеҙмәткәре, шулай уҡ 32 берәмек техника һәм һигеҙ йөҙөү сараһы йәлеп ителгән.
Төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә гидротехник ҡоролмаларҙың эше һәм оператив хәл итеү буйынса даими координация ойошторолдо. Оператив штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Һигеҙ муниципалитетта 22 хәл контролдә тотола, уларҙа 47 йорт яны биләмәһен, өс автомобиль юлы участкаһын һәм дүрт тәпәш күперҙе һыу баҫҡан. Учалы һәм Әбйәлил райондарындағы ике дамбала артыҡ һыу ағыҙылды. Шулай уҡ Силәбе өлкәһенән коллегалары менән берлектә Башҡортостан сигендәге Драга күлендәге дамбаны нығытҡандар.
Кирилл Первов һыу һаҡлағыстарға ағымдар кимәленең һәм йылғаларҙа һыу кимәленең яйлап кәмеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Хәлде яйға һалғандан һуң белгестәр зыян күргән урынды баһалаясаҡ һәм юл инфраструктураһын тергеҙә башлаясаҡ.
Башҡортостан Башлығы ямғыр ташҡыны эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөргә ҡушты.
– Беҙҙең ҡотҡарыусыларға ҙур рәхмәт! Ойошҡан эшләнек, тәүге мөрәжәғәт буйынса уҡ ярҙамға барҙыҡ. Муниципалитет, ауыл биләмәләре башлыҡтарына эштәре һәм ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм. Халыҡҡа түҙемле булғандары өсөн рәхмәт, - тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. - Хәҙер ташҡындан һуң барыһын да тиҙ һәм һөҙөмтәле хәл итергә кәрәк. Юлдар һәм күперҙәр буйлап мөмкинлек булыу менән шунда уҡ эш башларға кәрәк. Нимәнелер ағымдағы режимда эшләргә, ҡайһыһындыр - киләһе йылда “яңғырауыҡлы” юлдарҙы ремонтлау программаһы буйынса. Шәхси зыянға бәйле хәлде тикшерегеҙ. Әгәр ғаиләгә ярҙам кәрәк икән - һәр береһе менән айырым эшләргә кәрәк. Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һуҙырға ярамай. Бында власть үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтергә тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.