Кисә төндә Белорет ҡалаһының 2-се Станция урамында шәхси йорт янған. Янғында 56 йәшлек ир һәләк булған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идралығынан белдереүҙәренсә, бүрәнә йортта ут тиҙ арала таралған. Шулай уҡ янғын һөҙөмтәһендә “Лада XRAY” автомобиле зыян күргән.
Янғын һүндереүселәр утты һүндергәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1968 йылғы ирҙең кәүҙәһен таба. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе тикшереү үткәрә, янғын сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.