Хәүефһеҙлек
30 Июль 2024, 02:00

Ауылға юл өҙөлгән

Ҡотҡарыусылар ундағы халыҡҡа аҙыҡ-түлек, кәрәкле дарыуҙар һәм эсәр һыу ташый.

Ауылға юл өҙөлгәнАуылға юл өҙөлгән
Ауылға юл өҙөлгән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Учалы районының Мулдаш ауылы халҡына ярҙам күрһәтә.

Ҡотҡарыусылар оҙайлы ямғырҙар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ташҡын арҡаһында Учалы районының Мулдаш ауылына юл өҙөлгән. Ҡотҡарыусылар ундағы халыҡҡа аҙыҡ-түлек, кәрәкле дарыуҙар һәм эсәр һыу ташый.

Ведомствонан белдереүҙәренсә, һыу баҫыу хәүефе юҡ. Ауылдағы хәл-торошто даими контролдә тоталар.

Бөгөн киске сәғәт 5-кә алынған мәғлүмәттәр буйынса, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы 34 йорт яны биләмәһен һәм өс күперҙе һыу баҫыуға бәйле Әбйәлил, Белорет, Көйөргәҙе, Салауат, Учалы, Мәләүез, Бөрйән, Дыуан һәм Ҡариҙел райондарында туғыҙ муниципаль берәмектә 19 хәлде контролдә тота. Учалы районында аэромобиль төркөм үҙ эшен дауам итә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә дежур итә, урында ваҡытлыса гидропостар ҡуйылған, кәрәкле техника менән тәьмин ителгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре юл япмаһы йыуылып юл өҙөлөп ҡалған ауыл халҡын аҙыҡ-түлек, һыу менән тәьмин итә, кәрәкле медикаменттар алып бара. Зыян күреүселәр юҡ.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында тәүлек әйләнәһенә оператив штаб эшләй. Хәл контролдә тотола, - тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Фотолар сығанағы: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.

 

Ауылға юл өҙөлгән
Ауылға юл өҙөлгән
Ауылға юл өҙөлгән
Ауылға юл өҙөлгән
Ауылға юл өҙөлгән
Ауылға юл өҙөлгән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас