Был йәй һауа торошо Башҡортостан халҡын ныҡ һынаны. Ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә йылғалар ярҙарынан ашты, юлдарҙы, күперҙәрҙе һыу баҫты, ҡайһы бер ауылдарҙа ихата, баҡсалар һыу аҫтында ҡалды, ауылдарға юл өҙөлдө. Бигерәк тә Бөрйән, Белорет, Әбйәлил, Учалы райондары ныҡ зыян күрҙе.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында оператив штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй. Хәл контролдә тотола. Ҡайһы бер райондарҙа бер аҙнала дүрт айлыҡ норма ямғыр яуған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һыу баҫыу эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөргә ҡушты. Был йүнәлештә эштәр бара ла инде.