Бөрө районында юл-транспорт ваҡиғаһында биш кеше зыян күргән. Авария Өфө – Яңауыл трассаһында, Бөрө ҡалаһынан һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта булған.
“Hyundai Solaris” һәм “Ssang Yong” автомобилдәре бәрелешеүе һөмтәһендә биш кеше зыян күргән, шул иҫәптән өс бала төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Авария урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.
Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана.
Хөрмәтле водителдәр, ошондай күңелһеҙ хәлдәргә ҡалмаҫ өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!
Фото сығанағы: Дәүләт автоинспекцияһы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.