Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 17:00 сәғәткә ҡарата биш муниципаль берәмектәге алты хәл күҙәтеү аҫтында тотола. Тәүлек эсендә – туғыҙ хәл.
Белорет районында һигеҙ йорт яны биләмәһе, Ҡариҙел, Стәрлетамаҡ райондарында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында өс автомобиль юлы һыу аҫтында ҡала.
Шулай уҡ Стәрлетамаҡ районында “Чайка” балалар лагерына алып барған юлды һыу баҫҡан, әле был хәл контролдә тотола. Лагерь бейектә урынлашҡан, һыу баҫыу хәүефе юҡ. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыусылары дежур итә. Балаларҙы эвакуациялау талап ителмәй.
Хәлдең яҡшырыуына бәйле Учалы, Дыуан, Мәләүез, Ҡариҙел, Бөрйән райондарының биш муниципаль берәмегендә туғыҙ хәл контролдән алынған. Ихата биләмәләре һыуҙан азат ителгән. Һыу баҫҡан күперҙәр юҡ.
Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе йылғаларындағы һыу кимәле һәм һыу һаҡлағыстарынан һыуҙы ағыҙыу даими күҙәтеү аҫтында ҡала.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығында оператив штаб тәүлек әйләнәһенә эшләүен дауам итә. Хәл контролдә тотола, тип белдерәләр ведомствонан.
Шул уҡ ваҡытта Павловка һыу һаҡлағысына һыу килеүе артыуына бәйле Өфө йылғаһында һыу кимәле артҡан.
Тәүлек эсендә һыу кимәленең иң юғарыға күтәрелеүе билдәләнә:
Шул уҡ ваҡытта һыу кимәле Белорет районының Тирлән ауылында Ағиҙел йылғаһында -36 сантиметрға, Мәләүез районының Мәләүез ҡалаһында Ағиҙел йылғаһында 35 сантиметрға кәмегән.
“Хәлде контролдә тотабаҙ! Һауа торошоноң насар булыуы сәбәпле, республика халҡын һәм ҡунаҡтарын таулы ерҙәргә походтарҙан тыйылырға, шулай уҡ һыу объекттары эргәһендә булғанда иғтибарлы булырға саҡырабыҙ”, – тип иҫкәртәләр ведомствонан.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Павловка һыу һаҡлағысына һыу ағыҙыу сәбәпле Ағиҙел һәм Өфө йылғалары өс метрға күтәреләсәк. Павловка һыу һаҡлағысына секундына 1300 кубометрға тиклем ағым Өфө йылғаһы эргәһендәге уйһыу урындарҙы һыу баҫыуға килтереүе ихтимал. Һыу кимәле өс метрға күтәрелгәндә шулай уҡ Киров, Дим һәм Ленин райондарында ете баҡса ширҡәттәренә юл һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан.