Кисә райондың Шәбағыш ауылында ”Racer” мотоциклы менән “Vento” мопеды бәрелешкән. Был турала республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Аварияла 16 һәм 17 йәшлек водителдәр һәләк булған. Уларҙың пассажирҙары – 14 һәм 18 йәшлек үҫмерҙәр – ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.
Билдәле булыуынса, техника менән идара итеүселәрҙең водитель таныҡлыҡтары булмаған.
“Хөрмәтле ата-әсәләр! Балағыҙға хәүефле транспорт сараһын ҡулланырға рөхсәт итеп, уның ғүмерен һәм һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуығыҙҙы онотмағыҙ. Был ошо осраҡтағы кеүек ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал”, – тине Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов.
Юл-транспорт фажиғәһе буйынса тикшереү эштәре бара.
Фото: БР прокуратораһы.