Хәүефһеҙлек
31 Июль 2024, 13:30

Ҡойма ямғырҙар менән бәйле ташҡындарҙы күҙәтәбеҙ

Бөгөн һигеҙ муниципаль берәмектә 15 хәл контролдә ҡала.

Ҡойма ямғырҙар менән бәйле ташҡындарҙы күҙәтәбеҙҠойма ямғырҙар менән бәйле ташҡындарҙы күҙәтәбеҙ
Ҡойма ямғырҙар менән бәйле ташҡындарҙы күҙәтәбеҙ

Ошо турала Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов яҙған. ”Атап әйткәндә, Белорет районында һигеҙ йорт яны биләмәһен, Дыуан, Ҡариҙел, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондарында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында биш автомобиль юлын, Бөрйән һәм Учалы райондарында өс күперҙе һыу баҫҡан. Был исемлектә шәхси йорттар юҡ.

Өфө йылғаһында һыу кимәле артһа, Белорет, Көйөргәҙе, Мәләүез, Архангел районындарындағы Ағиҙелдә, киреһенсә, бер аҙ кәмегән.

Хәлде контролдә тотабыҙ!

Һауа торошоноң насар булыуы сәбәпле, республика халҡын һәм ҡунаҡтарын таулы ерҙәргә походтарҙан тыйылырға, шулай уҡ һыу объекттары эргәһендә булғанда иғтибарлы булырға саҡырам“.

Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов сәхифәһенән.



Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас