Республикала оҙайлы яуған ямғырҙар арҡаһында барлыҡҡа килгән ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов социаль селтәрҙәрҙә был эш тураһында ентекләберәк яҙҙы.
“Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөкләмәһе буйынса муниципалитеттарҙа авария-тергеҙеү эштәре бара. Бөгөн Баймаҡ, Белорет, Бөрйән һәм Салауат райондарындағы ҡайһы бер объекттарҙа эштәр тамамланған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ:
- 26 июлдә Баймаҡ районында Сибай – Төйәләҫ автомобиль юлының сите йыуылды. Тергеҙеү эштәре тамамланды.
- 26 июлдә Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск автомобиль юлында 140 километр юл һыу аҫтында ҡалды. Әле был урынды урап үтеү өсөн ваҡытлыса юл булдырылды.
- 26 июлдә Бөрйән районында Һарғая ауылынан Иҫке-Собханғол – Ҡағы юлына тиклемге арауыҡта ике урында юлды һыу йыуҙы. Әле был юл участкалары тергеҙелеп бөттө.
- 27 июлдә Салауат районында Миәшәгәр – Торналы – Мөрсәлим автомобиль юлында Һикеяҙ йылғаһы аша бер ваҡытлы күпер йыуылды. Әле уны шулай уҡ тергеҙҙеләр.
- Учалы районындағы юлдарҙы авария-тергеҙеү эштәрен ямғырға бәйле хәл тотороҡланғас башҡарасаҡтар”, – тип яҙҙы ул.
Фото: Кирилл Первовтың социаль селтәренән.