Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Август , 18:40

Юғары мөфтөй уның исеменән таратылған ялған хәбәрҙе кире ҡаҡты

Ялған “белдереүҙә” радикаль ысулдарҙы ҡулланыу менән янау ҙа бар...

Юғары мөфтөй уның исеменән таратылған ялған хәбәрҙе кире ҡаҡты
Юғары мөфтөй уның исеменән таратылған ялған хәбәрҙе кире ҡаҡты

Юғары мөфтөй, Рәсәй Мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе Шәйех-ул-Ислам Тәлғәт Сафа Тажетдин милли республика башлыҡтарына уның исеменән билдәһеҙ әҙәмдәр таратҡан   мосолмандарға ҡарата түҙемһеҙлек күренештәренә ҡаршы көрәшергә саҡырыусы мөрәжәғәтте кире ҡаҡҡан белдереү менән сығыш яһаны. Ялған “белдереүҙә” радикаль ысулдарҙы ҡулланыу менән янау ҙа бар. Тәлғәт Тажетдин был «документ»ты ялған һәм провокация тип атаны, унда әйтелгәндәрҙең Рәсәй Мосолмандары үҙәк диниә назараты позицияһы менән дә, ислам нормалары менән дә бер ниндәй уртаҡлығы юҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Юғары мөфтөй билдәләүенсә, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты үҙенең 235 йыллыҡ тарихында илебеҙ халыҡтарының рухи-әхлаҡи яңырыуын, дин-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты һаҡлау һәм нығытыу тураһында хәстәрлек күреүҙе үҙенең изге һәм тәүге сираттағы бурысы тип һанай.

"Бындай акцияларҙың маҡсаты, бәлки, тышҡы көстәрҙең провокациялары менән дә бәйлелер - илебеҙҙә дини-ара һәм милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты ҡаҡшатырға маташыу. Шуға бәйле бөтә ватандаштарыбыҙҙы һәр төрлө мәғлүмәтте, бигерәк тә социаль селтәрҙәр аша таратылғанды, ентекле тикшерергә саҡырабыҙ. Рәсми сығанаҡ раҫламаған мәғлүмәт һеҙгә һәм тирә-яҡтағыларға зыян килтерергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта ялған мәғлүмәт таратыу Рәсәй ҡануниәтендә лә, шәриғәттә лә тыйыла.

Берҙәм күп милләтле Ватаныбыҙ - Рәсәй именлеге һәм тыныслығы өсөн доғалар менән!”- тиелә мөрәжәғәттә.  

 

Юғары мөфтөй уның исеменән таратылған ялған хәбәрҙе кире ҡаҡты
Юғары мөфтөй уның исеменән таратылған ялған хәбәрҙе кире ҡаҡты
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: