Хәүефһеҙлек
2 Август 2024, 06:00

Асҡарҙа боҙборсаҡ яуған

Август айы ла ямғырҙан башланды.

Асҡарҙа боҙборсаҡ яуғанАсҡарҙа боҙборсаҡ яуған
Асҡарҙа боҙборсаҡ яуған

Кисә Әбйәлил районының Асҡар ауылында боҙборсаҡ яуған. Йәйҙең һуңғы айында яуған был боҙборсаҡ өлгөргән йәшелсә-емеште йәнә өҙө һуҡҡан. Быйылғы йәйгә аптырарһың: туҡтамай яуған ямғырҙары ла, ғәрәсәттәре тамам йонсотто ауыл халҡын.

Боҙборсаҡ Асҡарҙың үҙәк өлөшөндә булһа, ә бына Көнсығыш һәм Көньяҡ биҫтәләрендә йәшәүселәргә шатланырға ғына ҡала. Ни тиһәң дә унда яумаған.

Ямғырҙар был айҙа ла дауам итә, тиҙәр әле...

Фото: "Осҡон" гәзите

Асҡарҙа боҙборсаҡ яуған
Асҡарҙа боҙборсаҡ яуған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас