Хәүефһеҙлек
3 Август 2024, 07:00

Ҡайҙалыр йылғаларҙа һыу кимәле кәмей, ҡайҙалыр киреһенсә арта...

Бөгөнгө иртәлә өс юл участкаһында һыу баҫыу осраҡтары асыҡланған.  Ә ямғырҙар туҡтарға йыйынмай, буғай... 

Ҡайҙалыр йылғаларҙа һыу кимәле кәмей, ҡайҙалыр киреһенсә арта...Ҡайҙалыр йылғаларҙа һыу кимәле кәмей, ҡайҙалыр киреһенсә арта...
Ҡайҙалыр йылғаларҙа һыу кимәле кәмей, ҡайҙалыр киреһенсә арта...

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, бөгөн иртәнсәккә Стәрлетамаҡ районында, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларындағы өс юл участкаһын һыу баҫыуға бәйле хәл контролдә тотола. Һыу баҫҡан йорттар һәм ихаталар юҡ.

Тәүлегенә һыу кимәленең максималь күтәрелеүе билдәләнә:

  • Бөрө ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле тәүлегенә +32 сантиметрға күтәрелгән, хәҙерге кимәле — 330 сантиметр, йылға ярҙарынан 820 сантиметрға сыҡҡан;
  • Ағиҙел йылғаһы Өфө ҡалаһының Дуҫлыҡ монументы һәйкәле районында +17 сантиметрға күтәрелгән, хәҙерге кимәле — 315 сантиметр, йылға ярҙарынан — 600 сантиметрға сыҡҡан.
  • Шул уҡ ваҡытта, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ашҡаҙар йылғаһында һыу кимәле - 45 сантиметрға, Ишембай ҡалаһында Ағиҙел йылғаһында - 38 сантиметрға, Салауат ҡалаһында Ағиҙел йылғаһы - 31 сантиметрға, Дыуан районының Мәсәғүт ауылында Әй йылғаһы 22 сантиметрға кәмегән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Павловка һыуһаҡлағысына һыу килеү күләме кәмегән, шуға Ҡариҙел йылғаһының кимәле кәмеүен дауам итә: Ҡариҙел йылғаһы Иглин районының Иҫке Ҡарашиҙе ауылында - 11 сантиметрға, Благовещен районының Ахлыстино ауылында - 11 сантиметрға, Шаҡша районында 10 сантиметрға кәмегән.

Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты.

Ҡайҙалыр йылғаларҙа һыу кимәле кәмей, ҡайҙалыр киреһенсә арта...
Ҡайҙалыр йылғаларҙа һыу кимәле кәмей, ҡайҙалыр киреһенсә арта...
Ҡайҙалыр йылғаларҙа һыу кимәле кәмей, ҡайҙалыр киреһенсә арта...
Ҡайҙалыр йылғаларҙа һыу кимәле кәмей, ҡайҙалыр киреһенсә арта...
Ҡайҙалыр йылғаларҙа һыу кимәле кәмей, ҡайҙалыр киреһенсә арта...
Ҡайҙалыр йылғаларҙа һыу кимәле кәмей, ҡайҙалыр киреһенсә арта...
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас