Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, әлеге мәлгә өс райондағы хәл ҡотҡарыусыларҙың иғтибар үҙәгендә тотола: Стәрлетамаҡ районында һәм Өфөлә ике юлды һыу баҫҡан, Бөрйән районында иһә ике ауыл араһындағы юлға тауҙан аҡҡан һыу менән ер ишелеп төшкән. Байназар менән Мораҙым ауылдары араһындағы тау битләүендә лә ошо сәбәпле юл ябылған ине. Көн дауамында ҡотҡарыусылар юлды таҙартҡан. Эштәр әле лә бара. Автомобилдәргә ирекле үтеү мөмкинлеге булдырылған. Йорттарҙы һыу баҫыу осраҡтары теркәлмәгән.
Ағиҙел йылғаһы Бөрө ҡалаһы эргәһендә 33 сантимтерға күтәрелгән һәм әлеге мәлдә 341 сантиметр тәшкил итә. Йылға 820 сантиметрға ярҙарынан сыҡҡан.
Ағиҙел йылғаһы Өфө ҡалаһының Дуҫлыҡ монументы һәйкәле районында +17 сантиметрға күтәрелгән, хәҙерге кимәле — 323 сантиметр, йылға ярҙарынан — 600 сантиметрға сыҡҡан.
Шул уҡ ваҡытта Әй йылғаһы Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы эргәһендә - 80 сантиметрға, Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендә Ашҡаҙар - 41 сантиметрға, Көйөргәҙе районы Бөгөлсән ауылы эргәһендә - 22 сантиметрға, Ағиҙел йылғаһы Мәләүез ҡалаһы эргәһендә 21 сантиметрға кәмегән.
Һыуһаҡлағыстарҙы күҙәтеү даими алып барыла. Павловка һыуһаҡлағысында һыу күләме кәмеү сәбәпле, Ҡариҙел йылғаһы ярҙарына ҡайта башлаған. Нуриман районындағы Яман-Порт ауылы эргәһендә - 16 сантиметрға, Иглин районының Иҫке Ҡарашиҙе ауылында - 8 сантиметрға, Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ауылында - 8 сантиметрға, Благовещен районының Уҡман ауылында 7 сантиметрға кәмегән.
Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.