Хәүефһеҙлек
3 Август 2024, 11:00

Һәләк булған ун кешенең бишәүһе бала

Йорттоң хәүефле тип табылған тағы бер өлөшөн емергәндәр. 

Һәләк булған ун кешенең бишәүһе балаҺәләк булған ун кешенең бишәүһе бала
Һәләк булған ун кешенең бишәүһе бала

Бөгөн Свердловск өлкәһенең Түбәнге Тагил ҡалаһында матәм көнө иғлан ителде. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 1 августа бында биш ҡатлы торлаҡ йортта газ шартлауы арҡаһында йорттоң бер өлөшө емерелеп төштө. Кешеләр емереклектәр аҫтында ҡалды.

Әлеге ваҡытта эҙләү-ҡотҡарыу эштәре тамамланған. Фажиғә һөҙөмтәһендә ун кеше һәләк булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың бишәүһе - балалар. Емереклектәр араһынан бөтәһе 17 кешене табып сығарғандар. 26 кеше йәрәхәтләнгән.

Шартлауҙан һуң тороп ҡалған йорттоң бер секцияһын ҡотҡарыусылар хәүефле тип тапҡан һәм емергән.

Бөгөн ҡалала матәм көнө иғлан ителгән. Йорт ихатаһында мемориал булдырылған, кешеләр унда уйынсыҡтар, шәмдәр һәм сәскәләр килтерә.

Фото: Телеграм. 

Һәләк булған ун кешенең бишәүһе бала
Һәләк булған ун кешенең бишәүһе бала
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас