Хәүефһеҙлек
4 Август 2024, 14:00

Дамирҙы онотҡандар тип уйламағыҙ

Ҡотҡарыусылар хәбәр итеүенсә...

Дамирҙы онотҡандар тип уйламағыҙДамирҙы онотҡандар тип уйламағыҙ
Дамирҙы онотҡандар тип уйламағыҙ

Бөгөн – 30 мартта дуҫы менән бергә юғалған 14 йәшлек малайҙы эҙләүҙең 128-се көнө. Павел Паличевты 26 майҙа Еңеү паркында Дежнев баҫҡысы янында эҙләүҙең 58-се көнөндә тапҡайнылар. Дамир Әҙеһәмовты эҙләү дауам итә.

Эйе, ваҡыттың күп үтеүенә ҡарамаҫтан, Дамирҙы онотоусы юҡ, уны эҙләргә көн һайын сығалар.

Граждандарҙы яҡлау идаралығы вәкилдәре малайҙы сираттағы эҙләү тәүлектәренең нисек үтеүе хаҡында һөйләне.

- Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы һәм Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының ҡотҡарыусылары катерҙа Ағиҙел йылғаһының 64 километрлыҡ акваторияһын һәм яр буйын тикшерҙе. Үкенескә күрә, һөҙөмтәһеҙ, – тип белдерҙеләр ҡотҡарыусылар.

Малайҙар йылға буйында марттың һуңғы көндәрендә ғәйеп булғайны. Уларҙы полиция, ирекмәндәр, ҡотҡарыусылар эҙләне. Малайҙар Ағиҙел буйында юғалғас, эҙләү ҙә һыуҙан башҡарыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, эҙләү Дамирҙы тапҡансы туҡтатылмаясаҡ.

Фото: Лиза Алерт.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас