Хәүефһеҙлек
4 Август 2024, 18:00

Ҡотҡарыусылар ниндәй мәғлүмәттәр еткерә?

Республикала ямғырҙар яуыуын дауам итә.

Ҡотҡарыусылар ниндәй мәғлүмәттәр еткерә?Ҡотҡарыусылар ниндәй мәғлүмәттәр еткерә?
Ҡотҡарыусылар ниндәй мәғлүмәттәр еткерә?

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ямғырға бәйле түбәндәге мәғлмәттәрҙе еткерә.

4 августта 20:00 сәғәттәге мәғлүмәттәргә ҡарағанда, тәүлектә һыу өҫтө тигеҙлегенең максималь күтәрелеүе күҙәтелә:

 - Нуриман районындағы Яман-Порт ауылындағы Өфө йылғаһында  +30 см–ға күтәрелгән, хәҙерге кимәле - 396, йылға ярҙарының туғайға сығыуы 772 см;

- Бөрөләге Ағиҙел йылғаһы +24 см, хәҙерге кимәле – 365, йылға ярҙарынан - 820 см сыҡҡан.

Ағиҙел йылғаһы Өфө ҡалаһының Дуҫлыҡ монументы һәйкәле районында +11 сантиметрға күтәрелгән, хәҙерге кимәле — 334 сантиметр, йылға ярҙарынан — 600 сантиметрға сыҡҡан.

Шул уҡ ваҡытта Әй йылғаһы Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы эргәһендә - 49 сантиметрға, Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендә Ашҡаҙар - 30 сантиметрға, Күгәрсен районы Үрге Биҡҡужа ауылы эргәһендә - 29 сантиметрға, Ағиҙел йылғаһы Ишембай ҡалаһы эргәһендә 22 сантиметрға кәмегән.

“Республика һыуһаҡлағыстарында мониторинглау дауам итә. Хәлде контролдә тотабыҙ”,  -ти ҡотҡарыусылар.

Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас