-19 °С
Ясна
Идаралыҡтың мәғлүмәттәре буйынса, үткән аҙнала талпандан тешләнеп 223 кеше мөрәжәғәт иткән. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был 34,3 процентҡа күберәк.
Июндә лабораторияла бер аҙна эсендә генә 700-гә яҡын талпан тикшерелгән. Уларҙың һәр өсөнсөһө балаға ҡаҙалған. Майҙа иһә һәр бишенсе талпан заралы булған.
Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.