Иглин районында бөгөн төндә Турбаҫлы ауылының Үҙәк урамында 5х5 метр ҙурлығындағы бер ҡатлы бүрәнә йортта янғын сыға. Янғынды Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғын һүндереүселәре һүндергән.
“Тикшереү барышында янғын урынында 24 йәшлек ирҙең мәйете табылған. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүсе эшләй. Янғын сәбәптәре асыҡлана”, - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: МЧС.