Хәүефһеҙлек
7 Август 2024, 18:00

Һыу ярҙарына ҡайта

Хәл тотороҡлана ти ҡотҡарыусылар.

Һыу ярҙарына ҡайтаҺыу ярҙарына ҡайта
Һыу ярҙарына ҡайта

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, бөгөн кискә ике хәл күҙәтеү аҫтында. Тәүгеһе Өфөлә юл һыу аҫтында булһа, икенсеһе Бөрйән районында тауҙың ишелеп төшөүе.

Ағиҙел йылғаһы Бөрө ҡалаһы эргәһендә 10 сантиметрға күтәрелгән. Әлеге мәлдә унда һыу 402 сантиметр, йылға ярҙарынан 820 сантиметрға сыҡҡан.

Ҡариҙел йылғаһы ярҙарына ҡайта башлаған. Ағиҙелдә лә ыңғай динамика күҙәтелә: Благовещен районының Уҡман ауылында 72, Ахлыстино ауылында 92, Салауат һәм Ишембайҙа 26 һәм 31, Көйөргәҙелә 29, Мәләездә 31 сантиметрға һыу ҡайтҡан.

Ҡотҡарыусылар һыуһаҡлағыстарҙағы хәлде даими күҙәтә.

Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитеты

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас