Хәүефһеҙлек
9 Август 2024, 13:30

Бөгөн республикала көслө ямғыр, дауыл көтөлә

Һауа торошо тотороҡланғансы алыҫ араларға сәйәхәт итеүҙе кисектерергә кәңәш итәләр

Бөгөн республикала көслө ямғыр, дауыл көтөләБөгөн республикала көслө ямғыр, дауыл көтөлә
Бөгөн республикала көслө ямғыр, дауыл көтөлә

Бөгөн, 9 августа, көндөң икенсе яртыһында һәм кис республиканың көнбайыш һәм көньяҡ райондарында көслө ҡойма ямғырҙар, боҙ-борсаҡ, йәшен, йәшен ваҡытында ел секундына 20-25 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә.

Юл хеҙмәттәре һауа торошо уңайлыраҡ булғанға тиклем алыҫ араларға сәйәхәт итеүҙе кисектерергә кәңәш итә. Сәфәрҙе кисектереп тороу мөмкинлеге булмаһа, руль артында бик иғтибарлы булығыҙ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, атап әйткәндә, тиҙлек режимын үтәгеҙ, киҫкен маневрҙарҙан ҡасығыҙ.

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас