Хәүефһеҙлек
9 Август 2024, 08:00

Кисә Өфөнө һыу баҫты...

Ҡалала ташҡын эҙемтәләрен бөтөрәләр

Кисә Өфөнө һыу баҫты...Кисә Өфөнө һыу баҫты...
Кисә Өфөнө һыу баҫты...

Кисә, 8 августа, Өфөлә ямғырҙар арҡаһында Дим районында юлдар һыу аҫтында ҡалған. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Өфө ҡалаһы сиктәрендәге йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелеүе күҙәтелә:

  • Ағиҙел йылғаһы +46 сантиметр, әлеге көндә кимәле – 263 сантиметр;
  • Өфө йылғаһы: + 117 сантиметр, әлеге көндә кимәле – 427 сантиметр.

Һөҙөмтәлә, Дим районының “Казарез” һәм “Альбатрос” баҡса ширҡәттәренә илткән юл аша һыу сығыуы теркәлгән.  Баҡсалағы халыҡҡа хәбәр ителгән, ярҙамға мохтаж түгелдәр. Урында Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре күҙәтеү алып бара.

”Озон” (Дим районы), “Зеленый мыс” (Киров районы) баҡса ширҡәттәренә алып барған юлдар, шулай уҡ Ленин районындағы Козарез һәм Романовка ауылдары араһындағы юл һыу аҫтында ҡалған.

Хөрмәтле өфөләр! Ташҡын ваҡытында әлеге баҡса ширҡәттәре участкаларына барыуҙан тыйылығыҙ. Ленин районында хәл насарайған осраҡта халыҡты ташыу өсөн юғары үтеүсәнлек техникаһы йәлеп ителәсәк.

Өфөләге көслө ямғырҙан һуң Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә йорттарҙа электр уты булмауы тураһында – 60, ҡыйыҡтан һыу үтеүе һәм ағас ҡолауы тураһында 30 мөрәжәғәт булған. Әле ҡаланың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре был етешһеҙлекте бөтөрөү өҫтөндә эшләй.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, бөгөн, 9 августа, урыны менән көслө ямғыр, йәшен, томан көтөлә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

  • Ел көсәйгәндә ағастар, реклама таҡталары һәм ныҡ ҡуйылмаған конструкциялар янында тормағыҙ;
  • Унда, бигерәк тә йорт яны биләмәләрендә, автотранспортты туҡтатыу, ҡуйыу кәңәш ителмәй.
  • Йәшен ваҡытында һыу инергә, балыҡ тоторға, һыу ятҡылыҡтары янында булырға ярамай;
  • Ағас һәм ниндәй ҙә булһа конструкцияларҙың ҡолауы тураһында хәбәр итеү өсөн Өфө ҡалаһының Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә – 279-90-00 йәки 112-се номер буйынса шылтыратығыҙ.

Фото: https://t.me/ufacityinfo/16400.

Кисә Өфөнө һыу баҫты...
Кисә Өфөнө һыу баҫты...
Кисә Өфөнө һыу баҫты...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас