Хәүефһеҙлек
13 Август 2024, 09:00

Республикала ташҡынға бәйле хәл нисек?

Һыуһаҡлағыстарҙа һыу кимәлен күҙәтеү эштәре дауам итә.

Республикала ташҡынға бәйле хәл нисек?Республикала ташҡынға бәйле хәл нисек?
Республикала ташҡынға бәйле хәл нисек?

Ҡойма ямғырҙар арҡаһында һыу баҫыуға бәйле актуаль мәғлүмәтте тәҡдим итәбеҙ.

13 август 9:00 сәғәткә ҡарай республиканың һыуһаҡлағыстарында һәм йылғаларында һыу кимәленең яйлап түбәнәйеүе күҙәтелә.

Тәүлек эсендә һыу кимәленең иң ныҡ түбәнәйгән урындары:

  • Нуриман районының Яман-Порт ауылында Өфө йылғаһы 80 сантиметрға;
  • Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ауылында Өфө йылғаһы 72 сантиметрға;
  • Бөрө ҡалаһында Ағиҙел йылғаһындағы һыу кимәле 21 сантиметрға кәмегән.

Республика һыуһаҡлағыстарында һыу кимәлен күҙәтеү дауам итә.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Республикала ташҡынға бәйле хәл нисек?
Республикала ташҡынға бәйле хәл нисек?
Республикала ташҡынға бәйле хәл нисек?
Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас