Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын һүндереүселәр шәхси йортто һүндергәндә ир кәүҙәһен тапҡан.
Төнгө сәғәт өстә Миәкә районының Петропавловка ауылында йорт яна. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ирекмәндәр килгән мәлдә йортто тулыһынса ут ялмап алған була, ҡыйыҡ та янған.
Утты һүндергәндән һуң, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зал иҙәнендә, карауат менән мейес араһында, 67 йәшлек хужаның кәүҙәһен табалар.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе фаразы буйынса, электр плиткаһын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында ут сыҡҡан.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.