Туҡтамай яуған ямғырҙар республика райондарына зыян килтереүен дауам итә. Кисә Ишембай районының Байғужа ауылында Тәйрүк йылғаһы көслө ямғырҙан һуң ярҙан сыҡҡан һәм туғыҙ йорт яны участкаһын һыу баҫҡан. Был туралағы мәғлүмәт кисә иртән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына килгән.
Урынға ҡотҡарыусылар ебәрелгән. Улар халыҡҡа кәрәкле ярҙам күрһәткән, кешеләр эвакуациянан баш тартҡан.
“Бер нисә сәғәттән һыу китә башланы, кимәле 30 сантиметрға кәмене. Һуңғараҡ кискеһен һыу аҫтында ҡалған ихата биләмәләрен ҡарап сыҡҡандар, ундайҙар ҡалмаған, йәшәү тәьминәте боҙолмаған. Зыян күреүселәр юҡ”, - тип хәбәр иттеләр төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Фото: МЧС.