+21 °С
Болотло
Бөгөн таң менән Әбйәлил районында Яҡтүкүлдә фажиғә булған. Күлдә 38 йәшлек ир батҡан.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә иртәнге сәғәт 7-ләр тирәһендә Әбйәлил районының Йәшел ялан ауылындағы "Юбилей" шифаханаһы биләмәһендәге күлдә бер ирҙең ятыуы тураһында хәбәр килә. Уның кейемдә булыуы билдәле.
Уны һыуҙан сығарғандан һуң, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлем раҫланған. Оператив-тикшереү эштәре алып барыла.
Фото: МЧС.