Хәүефһеҙлек
18 Август 2024, 07:00

Бәшмәксене урманда үле килеш тапҡандар

Асыҡланыуынса...

Бәшмәксене урманда үле килеш тапҡандарБәшмәксене урманда үле килеш тапҡандар
Бәшмәксене урманда үле килеш тапҡандар

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 16 августа киске сәғәт 10-да 72 йәшлек пенсионер юғалыуы тураһында мәғлүмәт килгән. Ул көндөҙ Өфө янындағы Максимовка ауылы эргәһендәге урманға бәшмәк йыйырға киткән, телефонға яуап бирмәгән.

Ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр уны эҙләргә сыға.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төндә ҡарт бәшмәксене юлдан 1,5 километр алыҫлыҡта, урманда, үле килеш табалар.

Урманға өлкән йәштәге кешеләрҙе, шулай уҡ сирләгән яҡындарығыҙҙы ебәрмәгеҙ! 

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идралалығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас