Стәрлетамаҡта ҡот осҡос авария теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, Mitsubishi Galant еңел машинаһының 22 йәшлек водителе идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы һыҙаттағы Renault Logan менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә Mitsubishi-ның 18 йәшлек пассажиры ваҡиға урынында һәләк була, тағы ла бер 18 йәшлек ҡыҙ ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Әлегә авария буйынса тикшереү эштәре бара.
Хөрмәтле водителдәр! Юлға сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ! Арыһағыҙ, мотлаҡ рәүештә туҡтап ял итеп алығыҙ! Шуны онотмағыҙ: һеҙҙе өйҙә көтәләр!
Фото: БР дәүләт автоинспекцияһы.