Хәүефһеҙлек
20 Август 2024, 08:30

Ташҡынға бәйле хәлде контролдә тотабыҙ

Һыуһаҡлағыстарҙа һыу кимәлен күҙәтеү эштәре дауам итә.

Ташҡынға бәйле хәлде контролдә тотабыҙТашҡынға бәйле хәлде контролдә тотабыҙ
Ташҡынға бәйле хәлде контролдә тотабыҙ

Ҡойма ямғырҙар арҡаһында һыу баҫыуға бәйле актуаль мәғлүмәтте тәҡдим итәбеҙ.

Тәүлек эсендә һыу кимәленең иң ныҡ күтәрелгән урындары:

– Архангел районының Баҫыутамаҡ ауылында Инйәр йылғаһы 45 сантиметрға күтәрелгән. Әле уның кимәле 236 см тәшкил итә, һыу баҫыуға 357 см алып килә;

– Белорет районының Асы ауыдында Инйәр йылғаһы тәүлек эсендә 37 сантиметрға артҡан. Әлеге кимәл – 165 см, һыу баҫыуға 369 см  алып килә;

– Иглин районының Иҫке Ҡарашиҙе ауылында Өфө йылғаһы 27 сантиметрға күтәрелгән. Әлегә ул 324 см тәшкил итә, һыу баҫыуға 1084 см алып килә;

– Белорет районының Ломовка ауылында Ағиҙел йылғаһы 24 сантиметрға артҡан. Әлеге ваҡытта ул 151 см тәшкил итә, һыу баҫыуға 310 сантиметр алып килә.

Ситуацияны контролдә тотабыҙ!

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Ташҡынға бәйле хәлде контролдә тотабыҙ
Ташҡынға бәйле хәлде контролдә тотабыҙ
Ташҡынға бәйле хәлде контролдә тотабыҙ
Ташҡынға бәйле хәлде контролдә тотабыҙ
Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас