+24 °С
Ямғыр
Бөгөн Өфө – Ырымбур трассаһының 153-сө саҡрымында “Opel Astra” менән КамАЗ бәрелешкән. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар юҡ. Тик шулай ҙа авария һөҙөмтәһендә иномаркалағы биш кеше ҙур зыян күргән. Уларҙы төрлө йәрәхәттәр менән Салауат ҡалаһы дауаханаһына оҙатҡандар.
Хөрмәтле водителдәр! Юлға сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ! Арыһағыҙ, мотлаҡ рәүештә туҡтап ял итеп алығыҙ! Шуны онотмағыҙ: һеҙҙе өйҙә көтәләр!
Фото: социаль селтәрҙәр.