Хәүефһеҙлек
21 Август 2024, 08:30

Һыу баҫыу хәүефе янаймы?

Һыуһаҡлағыстарҙа һыу кимәлен күҙәтеү эштәре дауам итә.

Һыу баҫыу хәүефе янаймы?Һыу баҫыу хәүефе янаймы?
Һыу баҫыу хәүефе янаймы?

Ҡойма ямғырҙар арҡаһында ташҡынға бәйле актуаль мәғлүмәтте тәҡдим итәбеҙ.

Тәүлек эсендә һыу кимәленең иң ныҡ күтәрелгән урындары:

  • Иглин районының Пятилетка ауылындағы Эҫем йылғаһы 45 сантиметрға күтәрелеп, 432 см тәшкил итә. Һыу баҫыуға 616 см алып килә;
  • Иглин районының Глуховка ауылындағы Эҫем йылғаһы 43 сантиметрға күтәрелеп, 391 см тәшкил итә. Һыу баҫыу кимәле – 550 см.;
  • Өфө ҡалаһының Дуҫлыҡ монументы эргәһендә Ағиҙел йылғаһы тәүлек эсендә 24 сантиметрға күтәрелеп, әлеге ваҡытта 342 см тәшкил итә. 600 сантиметрҙа һыу баҫыу хәүефе янай.

Ситуацияны контролдә тотабыҙ!
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас