Хәүефһеҙлек
22 Август 2024, 08:30

Хәлде контролдә тотабыҙ!

Һыуһаҡлағыстарҙа һыу кимәлен күҙәтеү эштәре дауам итә.

Хәлде контролдә тотабыҙ!Хәлде контролдә тотабыҙ!
Хәлде контролдә тотабыҙ!

Ҡойма ямғырҙар арҡаһында ташҡынға бәйле актуаль мәғлүмәтте тәҡдим итәбеҙ.

Тәүлек эсендә һыу кимәленең иң ныҡ күтәрелгән урындары:

– Белорет районы Ломовка ауылында Ағиҙел йылғаһы тәүлек эсендә 45 сантиметрға күтәрелгән, әлеге ваҡытта ул 184 см тәшкил итә. 260 см-ҙан һыу баҫыу хәүефе янай;

– Белорет районы Асы ауылында Инйәр йылғаһы 35 сантиметрға күтәрелеп, әлеге кимәл 174 см тәшкил итә. 369 сантиметрҙан һыу баҫыу хәүефе янай;

– Нуриман районы Яман-Порт ауылында Өфө йылғаһы 27 сантиметрға күтәрелеп, 236 см тәшкил итә. 772 сантиметрҙан һыу баҫыу хәүефе янай.
Һыуһаҡлағыстарҙа һыу кимәлен күҙәтеү эштәре дауам итә.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас