Хәүефһеҙлек
25 Август 2024, 07:00

Һыу кимәле тағы күтәреләме?

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, уҙған тәүлектә Иглин райоынының Иҫке Ҡарашиҙе ауылы эргәһендә Ҡариҙел йылғаһында һыу кимәле 23 сантиметрға күтәрелгән. Ә синоптиктар һауа торошона ҡағылышлы нимә ти? 

Һыу кимәле тағы күтәреләме?Һыу кимәле тағы күтәреләме?
Һыу кимәле тағы күтәреләме?

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән  тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, уҙған тәүлектә Иглин райоынының Иҫке Ҡарашиҙе ауылы эргәһендә Ҡариҙел йылғаһында һыу кимәле 23 сантиметрға күтәрелгән.

Йылғаның бөгөнгө кимәле 316 сантиметр тәшкил итә, уның үҙәнгә сыҡҡан майҙаны – 1084 сантиметр.

“Республиканың һыу һаҡлағыстары мониторингын күҙәтеү аҫтында тотабыҙ”, - ти Дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре.

Шуға күрә артыҡ борсолорға урын юҡ. Синоптиктар ҙа беҙгә йылы, аяҙ көндәр вәғәҙә итә. Киләһе аҙна башынан көндәр бер аҙ йылытып, шишәмбе-шаршамбыла көндөҙгө һауа температураһы 25 градусҡа етәсәк, ти улар. 

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас