Хәүефһеҙлек
27 Август 2024, 15:00

11 йәшлек ҡыҙ шаурма ашағандан һуң һәләк булған

Табиптар баланың ғүмере өсөн биш көн дауамында көрәшә...

11 йәшлек ҡыҙ шаурма ашағандан һуң һәләк булған11 йәшлек ҡыҙ шаурма ашағандан һуң һәләк булған
11 йәшлек ҡыҙ шаурма ашағандан һуң һәләк булған

SHOT каналы хәбәр итеүенсә, Татарстандың Тәтеш ҡалаһынан 11 йәшлек ҡыҙ урындағы кибеттәрҙең береһендә шаурма һатып ала. Ике көн үткәс, ҡыҙҙың хәле насарая, һәр ваҡыт  уҡшыуға зарлана башлай. Баланы шунда уҡ дауаханаға алып баралар. Табиптар токсикоз һәм һәм шок диагнозын ҡуя.

Медицина белгестәре ҡыҙҙың ғүмере өсөн биш көн дауамында көрәшә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн төндә мәктәп уҡыусыһы һәләк булған.

Әлегә шаурма кибете ябылған, унда махсус ведомство тикшереү уҙғара. Шуныһы билдәле: кафела бик күп боҙоҡлоҡтар табылған. Санитар-дезинфекция режимы, аҙыҡты әҙерләү һәм һаҡлау шарттары үтәлмәгән, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр шәхси гигиена ҡағиҙәләрен боҙған.

Фото: Башинформ.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас