Хәүефһеҙлек
27 Август 2024, 16:10

Маврикий утрауында башҡорт ҡыҙын үлтергән ир был хәлдең нисек килеп сығыуын һөйләгән...

Үҙе әйтеүенсә, ул башҡорт ҡыҙы Зәлиәгә өйләнергә теләгән... 

Маврикий утрауында башҡорт ҡыҙын үлтергән ир был хәлдең нисек килеп сығыуын һөйләгән...Маврикий утрауында башҡорт ҡыҙын үлтергән ир был хәлдең нисек килеп сығыуын һөйләгән...
Маврикий утрауында башҡорт ҡыҙын үлтергән ир был хәлдең нисек килеп сығыуын һөйләгән...

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала Маврикий утрауында Учалынан 29 йәшлек Зәлиәне үлтерҙеләр. Ял итергә барған йәш уҡытыусы уҡыу йылы башланғанға тиклем тыуған яҡтарына ҡайтырға тейеш ине, әммә танышы менән осрашыуы арҡаһында уның ғүмере өҙөлдө.

Пурявирсингх Сундур исемле ир Зәлиәне Кюрпип ҡалаһына алып барыу ниәте менән отелдән барып ала. Шул уҡ ваҡытта енәйәтсе осрашыуға алдан уҡ әҙерләнә: үҙе менән көрәк, арҡан һәм бысаҡ алған. Йәғни, ул баштан уҡ ҡыҙҙы үлтерергә теләй. Юлда китеп барғанда ниәтен тормошҡа ашыра ла... Суд-медицина эксперттары билдәләүенсә, ҡыҙҙың кәүҙәһендә 20-гә яҡын яра табыла. Инженер булып эшләгән ир полицияға һөйләүенсә, ҡыҙҙың башҡа ир-егеттәр менән яҙышҡанын белгәс, уны үлтерергә ҡарар иткән. Енәйәтсе әйтеүенсә, ул башҡорт ҡыҙына өйләнергә теләгән. Тик полиция хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәттәре буйынса, июндә башланған йәштәрҙең мөнәсәбәте ресторандарҙа осрашыуҙан һәм аралашыуҙан ары китмәгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Зәлиә Шәмиғолованың кәүҙәһе күмелгән булған. Ҡыҙҙың өҫтөндә кейеме лә булмаған. Сундур әйтеүенсә, яланғас көйө күмеү кәүҙәнең тиҙерәк таралыуына алып килер, тип ышанған.  

Пурявирсингх Сундурҙы 21 августа ҡулға алалар. Уның машинаһында ҡан эҙҙәре тапҡастар, ир барыһын да һөйләп бирә. Уға ғүмеренең аҙағына тиклем төрмәлә ултырыу янай.

Ошо көндәрҙә Зәлиә Шәмиғолованың кәүҙәһен утрауҙан сығарғандар. Уны тыуған ҡалаһында – Учалыла ерләйәсәктәр.

Ҡыҙҙың туғандарының  һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: ufa1.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас