Хәүефһеҙлек
27 Август 2024, 10:00

Республика юлдарында йәнә үлемесле авария

Фура менән ГАЗель бәрелешеүе һөҙөмтәһендә һуңғыһы янып киткән...

Республика юлдарында йәнә үлемесле аварияРеспублика юлдарында йәнә үлемесле авария
Республика юлдарында йәнә үлемесле авария

Бөгөн төндә Өфө – Ырымбур трассаһында ҡот осҡос авария теркәлгән. Был турала республиканың дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итә.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, урында “ГАЗель” менән “МAN” йөк машинаһы бәрелешкән. Тәүге транспорттың руле артында Стәрлетамаҡ районынан 50, ә икенсеһендә 57 йәшлек водитель булған. Авария һөҙөмтәһендә “ГАЗель” янып киткән.

Билдәле булыуынса, фураның водителе ваҡиға урынында һәләк булған, ә икенсе автомобилдең водителе һәм 38 йәшлек пассажиры төрлө кимәлдәге бешеүҙәр менән дауаханаға оҙатылған.

Хөрмәтле водителдәр! Юлға сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ! Арыһағыҙ, мотлаҡ рәүештә туҡтап ял итеп алығыҙ! Шуны онотмағыҙ: һеҙҙе өйҙә көтәләр!

Фото: БР буйынса ГАИ.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас