Хәүефһеҙлек
28 Августа 2024, 07:00

Туғыҙ автомобилгә ут төрткән

Өфөлә йәшәүсе ир таныштарының машиналары ҡайһы тирәлә тороуын асыҡлай һәм...

Туғыҙ автомобилгә ут төрткәнТуғыҙ автомобилгә ут төрткән
Туғыҙ автомобилгә ут төрткән

Баш ҡалала бер ир машиналарҙы яндырғаны өсөн суд алдына баҫасаҡ. Билдәле булыуынса, ул 2018 – 2023 йылдарҙа туғыҙ автомобилгә дөйөм суммаһы 8 миллион һум тәшкил иткән зыян килтергән.

БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә йәшәүсе ир ике элекке коллегаһына, хоҡуҡ һаҡлау органдарының өс хеҙмәткәренә, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһына, шулай уҡ Өфө дауаханаларының береһендә эшләгән табипҡа үпкә тотҡан. Үс алыу ниәте менән ир уларҙың автомобилдәренең ҡайҙалығын асыҡлай һәм тиҙ яна торған шыйыҡса һибеп, ут төртә.

Әлегә суд эштәре дауам итә. Шуныһы билдәле: ир үҙенең ғәйебен танымаған.

Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас