+21 °С
Облачно
Үткән аҙнала Татарстанда ҡот осҡос хәл теркәлгән. Лайыш районында бер ир һыу торбаһына соҡор ҡаҙҙырыр өсөн тракторсыны эшкә яллай. Эш ваҡытында үҙе ни сәбәп менәндер соҡорға төшә, ә эшсе быны күрмәй ҡала һәм тупраҡ менән күмә. Күпмелер ваҡыттан тракторсы участканың хужаһы юҡлығын һиҙә. Ул соҡорҙо кире ҡаҙа башлай, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңлай... Ул ваҡытҡа тиклем хужа үлгән була.
Әлегә тәфтишселәр осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Фото: социаль селтәрҙәр.