Хәүефһеҙлек
1 Сентябрь 2024, 15:00

Төндә аварияла ике пассажир һәләк булған

Фажиғәле хәл Благовещен - Павловка автомбиль юлында булған. 

Төндә аварияла ике пассажир һәләк булғанТөндә аварияла ике пассажир һәләк булған
Төндә аварияла ике пассажир һәләк булған

Бөгөн төндә сәғәт ике тирәһендә Благовещен – Павловка автомобиль юлының икенсе саҡрымында булған авария фажиғәле тамамланған.

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Павловка ауылынан Благовещен ҡалаһы йүнәлешендә хәрәкәт иткән “ВАЗ-2014” автомобиле юлдан ситкә ауған. Мәғлүм булыуынса, 21 йәшлек водитель транспортына идаралыҡты юғалтыуы сәбәпле аварияға осраған.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ике пассажир – 27 йәшлек ҡатын һәм 57 йәшлек ир ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған. Водитель үҙе һәм 26 йәшлек пассажир төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү үткәрелә, бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Юл хәрәкәте ҡағиҙәһен теүәл үтәгеҙ!

Фото: https://t.me/bash_gibdd/6401

Төндә аварияла ике пассажир һәләк булған
Төндә аварияла ике пассажир һәләк булған
Төндә аварияла ике пассажир һәләк булған
Төндә аварияла ике пассажир һәләк булған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас