Хәүефһеҙлек
3 Сентябрь 2024, 18:20

Алданмағыҙ!

Һеҙгә шылтыраталар икән...

Алдаҡсылар йыш ҡына беҙгә кәрәкле хеҙмәттәрҙән шылтырата. Нимә эшләргә? Иң яҡшыһы – ят номерға яуап бирмәҫкә. Трубканы алғанһығыҙ икән, үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт бирер урынға шылтыратыусының исем-шәрифен, ул шылтыратҡан банк йә ойошма тураһында һорашып яуап алығыҙ. Артабан трубканы һалып, ул атаған банк йә ойошмаға шылтыратып белешегеҙ.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ!

Мутлашыусыларҙың маҡсаты – һеҙҙең турала күберәк мәғлүмәт алыу һәм паролегеҙҙе белеү. СМС менән килгән кодты, банк картаһының пин-кодын (арт яғындағы өс һанды), банк ҡушымтаһының логин һәм паролдәрен берәүгә лә әйтмәгеҙ. Һеҙгә ебәрелгән һылтанмаларҙы асып ҡарамағыҙ – был аҡсаға бәйле ялған сайт булыуы ихтимал. Проблема тураһында тейешле урындарға хәбәр итегеҙ.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас