Республикала йәшәүселәр тәүлек эсендә биш миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Благовар районы буйынса бүлегенә 47 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ғариза яҙыусыға мессенджерҙарҙың береһендә билдәһеҙ номерҙан хат килгән. Ул үҙен финанс аналитигы тип таныштырған. “Белгес” зыян күреүсегә инвестиция ярҙамында аҡса эшләргә тәҡдим иткән. Ҡыҙыҡһынып, ҡатын тәүҙә ҙур булмаған сумма һалып ҡараған. Проценттарҙың ысынлап артҡанын күргәс, күберәк аҡса һалырға ҡарар итә. Һөҙөмтәлә ҡатын 840 мең һумға кредит алып, аҡсаны “инвестиция иҫәбенә” күсерә. Тик был юлы ул отола: шәхси кабинетҡа блок ҡуйыла, ә брокер иһә юҡҡа сыға.
Белорет районы буйынса полиция бүлегенә ошондай уҡ ғариза менән 48 йәшлек ханым мөрәжәғәт иткән. Ул да инвестиция ярҙамында аҡса эшләргә теләгән, әммә һөҙөмтәлә банктарға бурыслы булып ҡалған. Ғариза яҙыусы бер миллион һум күләмендә кредит рәсмиләштереп, бер ай дауамында “отошло проект”ҡа һала, тик дивиденттарын үҙенә күсерә алмаған. Алданғанын аңлағас, шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт иткән.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хәтерегеҙгә төшөрә: әгәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә инвестициялар ярҙамында күберәк аҡса эшләргә тәҡдим итһәләр, һаҡ булығыҙ. Тимәк, улар – мутлашыусылар. Телефонығыҙҙы һалығыҙ, шикле тәҡдимдәргә яуап бирмәгеҙ. Тулыраҡ - түбәндәге карточкаларҙа.
Фото: Башинформ.