Хәүефһеҙлек
9 Сентябрь 2024, 05:00

Ете йәшлек баланың кәүҙәһен эҙләйҙәр

Дүрт кеше машинанан сығып өлгөрә лә ул...

Ете йәшлек баланың кәүҙәһен эҙләйҙәрЕте йәшлек баланың кәүҙәһен эҙләйҙәр
Ете йәшлек баланың кәүҙәһен эҙләйҙәр

Кисә кис менән Бөрө районында фажиғәле хәл теркәлде. Кәмә тейәлгән тағылма ике өлкән кеше һәм өс бала ултырған УАЗ автомобилен һыуға алып төшөп киткән, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Бәхетһеҙ осраҡ Ағиҙел йылғаһында булған.

Дүрт кешенең машинанан үҙаллы сығып өлгөргәне билдәле, ләкин эстә ете йәшлек малай ҡалған. Әле уны ҡотҡарыусылар эҙләй.

Ҡотҡарыусылар хәбәр итеүенсә, кисә төндә улар транспорт сараһын йылғанан сығарған.

“Уның эсендә бала табылмаған. Эҙләү эштәре йәнә таң менән башлана”, – тип билдәләнеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында.

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас