Стәрлетамаҡта 35 йәшлек Әлмирә Әбүбәкерова юғалған. Был турала “ЛизаАлерт” ирекмәндәре хәбәр итә.
Уларҙың мәғлүмәте буйынса, Сәтрлетамаҡта йәшәүсе 4 сентябрҙә өйөнән сығып киткән. Шул ваҡыттан бирле ул бәйләнешкә сыҡмай. Ҡатын юғалған көндә ҡара куртка, һоро салбар һәм зәңгәр шлепанцы кейгән булған.
Билдәләре: буйы 175 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡара сәсле, һоро-йәшел күҙле.
Әгәр ҙә һеҙ Әлмирә Әбүбәкерова тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белһәгеҙ, 112 йәки 8-800-700-54-52 һандары буйынса шылтыратығыҙ.
Фото: ЛизаАлерт.