Өфөлә төнгө янғында бер ирҙең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Дим районының «Казарез» коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендә цоколь ҡаты менән кирбес йорт янып киткән.
Янғын һүндереүселәр 48 квадрат метр майҙанда янғынды һүндергән. Янғын һүндергән саҡта улар ирҙең кәүҙәһен тапҡан.
Ваҡиға урынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе янғын сәбәбен асыҡлай, тикшереү эштәре башланған.
Ут менән һаҡ булығыҙ!
Фото: “Башинформ”