Һуңғы йылдарҙа мәғлүмәт-телекоммуникация технологиялары ярҙамында мутлашыу осраҡтары көсәйә.
Енәйәтселәр граждандарҙан аҡса урлауҙың төрлө ысулдарын һәм схемаларын даими уйлап таба һәм ҡуллана. Айырыуса тиҙ ышанып барыусан кешеләр – оло йәштәгеләр һәм балалар мутлашыусыларҙың манипуляцияларына тиҙ бирешә.
Ошоға бәйле республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы учреждениеларында даими рәүештә хеҙмәткәрҙәр уҡытыла, Эске эштәр министрлығы, Милли банк хеҙмәткәрҙәрен саҡырып лекциялар ойошторола.
– Бындай иҫкәртеү эшенең һөҙөмтәләре бар, – тип һөйләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Тимур Кәримов. – Мәҫәлән, күптән түгел министр исеменән ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙың директорҙарына шикле хәбәрҙәр килә башланы. Шуныһы тәү сиратта шик тыуҙырҙы: профиль фотоһы актуаллеген юғалтҡайны. Һөҙөмтәлә бер етәксе лә мутлашыусыларҙың хәйләһенә эләкмәне.
IT-енәйәттәр үҙ эсенә зарарлы программалар таратыуҙы, паролдәрҙе, банк карталары номерҙарын һәм башҡа реквизиттарҙы урлауҙы, фишингты (интернетта мутлашыуҙың бер төрө, маҡсаты – ҡулланыусыларҙың идентификация мәғлүмәттәрен алыу), шулай уҡ законһыҙ мәғлүмәт таратыуҙы ала.
Тимур Кәримов билдәләүенсә, мутлашыусыларҙан һаҡланыр өсөн ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк:
– иғтибарлы булығыҙ, билдәһеҙ телефон номерынан шылтыратыусыларға ышанмағыҙ. Смс-хәбәрҙә килгән кодты бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ;
– сит кешеләргә үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт бирмәгеҙ. Мутлашыусылар һәр төрлө мәғлүмәтте һеҙгә ҡаршы ҡуллана ала. Был паспорт мәғлүмәттәренә генә түгел, ә телефон номерҙарына, иҫәп-хисаптарға, банк карталарына һәм башҡаларға ла ҡағыла;
– онлайн түләүҙәрҙең ышаныслы сервистарын ғына ҡулланығыҙ. Шикле һылтанмалар буйынса үтмәүгеҙ: улар һеҙҙе фишинг сайттарына алып барыуы ихтимал;
– картаның юғалыуы йәки урланыуы тураһында банкка ваҡытында хәбәр итергә;
– “Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге иҫәп яҙмаһын һаҡларға кәрәк: өҫтәмә раҫлау ысулы менән инеү юлын көйләгеҙ, электрон почтаға инеү тураһында белдереүҙәрҙе тоташтырығыҙ, контроль һорау ҡуйығыҙ, башҡа сайттарҙа осрамаған уникаль логин һәм пароль ҡулланығыҙ;
–Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы ойошторған “Мошки” телеграм-каналына яҙылығыҙ (https://t.me/bashmoshki). Унда даими нигеҙҙә мәғлүмәт-телекоммуникация технологияларын ҡулланып мутлыҡ ҡылыусыларҙың алымдары һәм ысулдары яҡтыртыла, – тине спикер.
Был каналда ҡулланыусыларға мутлашыусыларҙың схемалары тураһында хәбәр ителә, файҙалы кәңәштәр бирелә. Шулай уҡ уңайлы функционалы чат-бот һеҙҙең һорауҙарға яуап бирәсәк.