Бөгөн көндөҙ Миәкә районында Шишмә - Аксенов - Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлының 148-се километрында ике машина бәрелешкән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “ВАЗ-2104” водителе икенсел юлдан сығып барғанда “КамАЗ” йөк автомобиленә өҫтөнлөк бирмәгән һәм уның менән бәрелешкән.
Юл фажиғәһендә “ВАЗ” водителе һәләк булған. Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: ДАИ.