Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Сентябрь , 08:00

Ҡыйыу егет өс ҡыҙҙы ҡотҡарған

Янғын сыҡҡан мәлдә балалар өйҙә үҙҙәре генә булған.

Ҡыйыу егет өс ҡыҙҙы ҡотҡарған
Ҡыйыу егет өс ҡыҙҙы ҡотҡарған

Мишкә районының Оло Соҡаяҙ ауылында күп балалы ғаилә йәшәгән йортта янғын сыҡҡан.

Верандалағы утты беренсе булып күршеләре Евгений Янышев күрә. Ул биҙрә алып өйгә йүгерә, әммә ишектән инә алмай. Шулай ҙа егет юғалып ҡалмай, шунда уҡ тәҙрәгә шаҡый башлай, бөтәһе лә уянһын өсөн: "Янғын!" - тип ҡысҡыра.

Евгений быяла һәм төтөн аша балаларҙы күрә. Тәҙрәне асыуы еңелдән булмай, әммә уны асҡас та, өйҙәге өлкән ҡыҙ уның аша ике бәләкәй һеңлеһен сығарырға ярҙам итә. Бер нисә минуттан барыһы ла хәүефһеҙлектә була.

Евгений Янышевтың батырлығы һәм тәүәккәллеге арҡаһында 15, 9 һәм 5 йәшлек өс апалы-һеңлеле ҡыҙҙарҙың ғүмерҙәре ҡотҡарыла.

Янғынды Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы  хеҙмәткәрҙәре һүндерә. Ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау эше алып барыла.

Билдәле булыуынса, йортта автономлы янғынды хәбәр итеүсе ҡорамал ҡуйылған, ул эшләй, әммә Евгений янғынды иртәрәк күрә. Янғын сыҡҡан мәлдә балалар өйҙә үҙҙәре генә булған.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Ҡыйыу егет өс ҡыҙҙы ҡотҡарған
Ҡыйыу егет өс ҡыҙҙы ҡотҡарған
Ҡыйыу егет өс ҡыҙҙы ҡотҡарған
Ҡыйыу егет өс ҡыҙҙы ҡотҡарған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: