Хәүефһеҙлек
19 Сентябрь 2024, 19:18

Тәүлек эсендә – 11 миллион һум!

Республика эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыу тураһында 26 хәбәр килгән.

Тәүлек эсендә – 11 миллион һум!Тәүлек эсендә – 11 миллион һум!
Тәүлек эсендә – 11 миллион һум!

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлегенә 26 йәшлек ҡыҙ мөрәжәғәт иткән. Уның һүҙҙәренсә, ғариза яҙыусыға мессенджерҙарҙың береһендә турист компанияһы менеджерынан хәбәр килгән. Әңгәмәсеһе өҫтәмә аҡса эшләргә тәҡдим иткән. Бының өсөн төрлө интернет-сайттарҙы ҡарарға кәрәк булған. Тик тәүҙә шәхси кабинет булдырырға һәм унда аҡса һалырға кәрәк, тигән енәйәтсе. Һөҙөмтәлә ялған белгескә ышанып, ҡыҙ 520 мең һумдан ашыу суммаға кредит рәсмиләштергән һәм мутлашыусылар иҫәбенә күсергән.
Балаҡатай районында йәшәүсе 40 йәшлек ир урындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт иткән. Ул да өҫтәмә аҡса эшләргә теләп, мутлашыусыларға барып эләккән. Зыян күреүсегә инвестиция компанияһы менеджеры шылтыратҡан. Ул иргә ошо рәүешле аҡса эшләү тураһында “тәмләп” һөйләгәс, ир, уға ышанып, өс аҙна дауамында кредитҡа алған аҡсаһын “инвестиция иҫәбенә” һала барған. Тик ул байый алмаған: брокер иҫәбенә блок ҡуйылған, ә уҡытыусыһы юҡҡа сыҡҡан. Һөҙөмтәлә ул ике миллионға яҡын аҡсаһын юғалтҡан.
Ҡырмыҫҡалы районында 71 йәшлек пенсионер инвестиция ярҙамында аҡса эшләргә теләп, мутлашыусыларға эләккән. Уға ялған брокер иҫәбе асҡандан һуң, курьер аша аҡса биреп ебәрергә ҡушҡандар. Һөҙөмтәлә билдәһеҙ ҡатын өс тапҡыр аҡса артынан килгән, ә пенсионер, дөйөм алғанда, 300 меңгә яҡын аҡсаһын “инвестициялаған”. Һуңғараҡ ҡатын аферистарға эләккәнен аңлаған. Дүртенсе осрашыуға иһә ул полиция хеҙмәткәрҙәре менән барған. Ҡулға алынған курьер Өфөлә йәшәгән 64 йәшлек ҡатын булып сыҡҡан. Асыҡланыуынса, ул үҙе лә мутлашыусылар ҡорбаны булған. Ул инвестицияларҙан аҡса эшләргә тырышып, ике миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан. Полицияға ғариза бирһә лә, ҡатын мутлашыусылар менән аралашыуын дауам иткән. Уларҙың ҡушыуы буйынса 71 йәшлек пенсионерҙан аҡса алып йөрөй, ысын брокерҙар менән эш итеүенә тулыһынса ышана. Ҡулға алынған ҡатындың финанс ауырлыҡтары була. Өҫтәүенә хәҙер ул Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлегендә ҡуҙғатылған мутлашыу буйынса енәйәт эшендә ғәйепләнә.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы граждандарҙы һаҡ булырға һәм интернет аша аҡса эшләү тураһындағы шикле иғландарға ышанмаҫҡа саҡыра. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мутлашыусылар кешеләрҙе алдау өсөн бөтә ысулдарҙы ҡуллана.
Ярҙам алыу өсөн 8-347-279-32-92 һандарына БР буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына шылтыратырға мөмкин.
Сығанаҡ: МВД-ның матбуғат хеҙмәте.

Тәүлек эсендә – 11 миллион һум!
Тәүлек эсендә – 11 миллион һум!
Тәүлек эсендә – 11 миллион һум!
Тәүлек эсендә – 11 миллион һум!
Тәүлек эсендә – 11 миллион һум!
Тәүлек эсендә – 11 миллион һум!
Тәүлек эсендә – 11 миллион һум!
Тәүлек эсендә – 11 миллион һум!
Тәүлек эсендә – 11 миллион һум!
Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас