Бөгөн төндә Белорет районында ҡот осҡос юл - транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлында, Бирҙеғол ауылы янында, өс автомобиль "Chevrolet Lacetti", "Lada Largus" һәм "Nissan Almera" бәрелешкән.
Бер боролошта ҡапма-ҡаршы килгән ике автомобиль, Бөрйән районынан 39 йәшлек ир идара иткән "Chevrolet Klan" һәм Баймаҡ районынан 30 йәшлек ир идара иткән "Nissan Almera" бәрелешә. Аварияны күргән "Chevrolet" менән бәрелешмәҫ өсөн "Лада Ларгус"тың 39 йәшлек водителе уңға борола һәм юлдан оса. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Лада"ның 46 йәшлек пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем ваҡиға урынында йән бирә, уның водителе, шулай уҡ "Лада"ның тағы бер 55 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатыла. Бер аҙҙан "Nissan" автомобиленән сыҡҡан 57 йәшлек ир төндә юл-транспорт ваҡиғаһы урынын урап үтеп барған "Volkswagen Polo" тәгәрмәстәре аҫтына эләгеп, ауыр йәрәхәттәрҙән һәләк була.
Әйткәндәй, һәләк булыусылар вахтанан ялға ҡайтып килгән. Ә өйҙә уларҙы ҡатындары һәм балалары көтөп торған. Бик ауыр хәл.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауаханаға оҙатылған өсөнсө кеше лә вафат булған.
Һәләк булыусыларҙың ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм уларға сабырлыҡ, түҙемлек теләйбеҙ.
Водителдәрҙе төнгө юлда иғтибарлы булырға саҡырабыҙ.
Фото: "Башинформ"